Башҡорт дәүләт аграр университетында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә "Ауыл хужалығы культураларын һынау", "Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарының йоғошло һәм инвазион ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау" һәм "Умартасылыҡ продукцияһы етештереүҙең интенсив технологияһы" йүнәлештәре буйынса уҡыуҙар ойошторолдо.
Умартасылыҡ продукцияһы етештереүҙең интенсив технологияларын өйрәнеү өсөн республика умартасылары ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән дә, мәҫәлән, Һамар, Ырымбур һәм Ҡазандан да килеүселәр бар. Курстарҙа 1000-ләгән кеше уҡый. Улар бал ҡорттарын ҡарау һәм үрсетеү буйынса заманса технологиялар һәм ысулдар менән таныша, ҡорттарҙың эшсәнлеге менән идара итеү, сирҙе иҫкәртеү һәм уға ҡаршы көрәш ысулдарын өйрәнә.
Уҡытыу курстары шулай уҡ Әлшәй, Дыуан һәм Бөрйән райондарында ла уҙа.
– Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары белемдәрен камиллаштырыусыларға умарталарға төп талаптар, ауырыуҙарҙы булдырмау һәм уларға ҡаршы тороу саралары менән таныштырасаҡ, – ти программа етәксеһе, умартасылыҡ, шәхси зоотехния һәм хайуандарҙы үрсетеү кафедраһы мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы Фәрит Вәлитов.