Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Декабрь 2019, 09:00

«Үҫеш биләмәһе» - Салауатта

«Үҫеш биләмәһе» форумы тантаналы шарттарҙа Салауат ҡалаһы спорт комплексында асылды. Форумға йыйылған мәктәп уҡыусыларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Уҡыусылар 5 тематик платформаларҙа эшләне.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ул Салауат ҡалаһында старт алды. Ошо исемдәге форум 1200 IX класс уҡыусыһын берләштерҙе.
«Үҫеш биләмәһе» форумы тантаналы шарттарҙа Салауат ҡалаһы спорт комплексында асылды. Форумға йыйылған мәктәп уҡыусыларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Уҡыусылар 5 тематик платформаларҙа эшләне. Тәүгеһе 1-се лицейҙа урынлашҡайны. Үҫмерҙәргә йәштәр тәҡдимдәрен хуплаған, һөнәри кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ иткән лидерҙар тәрбиәләү траекторияһы айырыуса ҡыҙыҡлы булды.
Форумдың маҡсаты – үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү, уларҙың компетенция кимәлен арттырыу, ҡаланың, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш процестарына йәлеп итеү. «Үҫеш биләмәһе» проекты Салауатта тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ошоноң кеүек үк саралар артабан республиканың башҡа ҡала-райондарында ла үтәсәк.
Читайте нас: