Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Декабрь 2019, 11:37

"Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһында “Смарт Баймаҡ” балалар технопаркы асылды

Ул элекке Йәш техниктар станцияһында урынлашҡан.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Ул элекке Йәш техниктар станцияһында урынлашҡан, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Баймаҡ районының мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Зәйнуллин белдереүенсә, яңы асылған заманса технопарк уҡыусыларға өҫтәлмә белем биреүҙең яңы формаһы булып тора. Ул - “Мәғариф” милли һәм Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған “Һәр баланың уңышы” проекттарының нисек эшләүенең асыҡ миҫалы. Бында теләге булған һәр бала шөғөлләнә ала. Шулай уҡ “Энерджиквантум”, “Робоквантум”, “Аэроквантум”, "Промдизайн" йүнәлештәре буйынса дәрестәр үтәсәк.
Технопарк заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған: лазер менән графировкалау станогы, “Лего” конструкторҙары, интерактив өҫтәл, таҡта, ноутбуктар, квадрокоптерҙар, физика буйынса һанлы лабораториялар, 3D принтерҙар һәм башҡалар ҡайтарылған.
Читайте нас: