Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Декабрь 2019, 09:00

Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса “Ғаилә мәҙәни үҙәге” асылды

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы мәҙәниәт һарайы эргәһендә “Ғаилә мәҙәни үҙәге” асылды. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылындағы мәҙәниәт һарайы эргәһендә “Ғаилә мәҙәни үҙәге” асылды. Был эш “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Республика һәм федераль ҡаҙнанан күскән аҡсаға мәҙәниәт һарайының ҡыйығына, фасадына ремонт яһалған, йылылыҡ системаһы, тәҙрәләр яңыртылған. Кабинеттарҙа, мәҙәниәт усағының тамаша залында, тәҙрә блоктарына ла капиталь ремонт үткәрелгән.
Ҡырғыҙ-Миәкәләге мәҙәниәт һарайы 1982 йылда төҙөлгән. Уның структураһына 28 ауыл мәҙәниәт йорто, биш ауыл клубы, бер күп фукциялы ауыл клубы, “Эрмитаж” картина галереяһы, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин исемендәге музей инә.
Бина биш ҡатлы, бер яғында балалар сәнғәт мәктәбе, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге урынлашҡан. Капиталь ремонттан һуң бында балалар өсөн уйын бүлмәһе, тренажерҙар залы, ҙур хореография залы, мини-кинозал, психолог, дефектолог, психологик ярҙам кабинеттары барлыҡҡа килгән.
Әлеге ваҡытта Миәкә районының мәҙәниәт һарайында 339 үҙешмәкәр ижади түңәрәк эшләй, уларҙа балалар ҙа, ололар ҙа шөғөлләнә (йәмғеһе 4490 кеше).
Миәкә мәҙәниәт һарайы эшмәкәрлегенең юғары сифаты тураһында, шулай уҡ бындағы 11 ижади коллективтың – “халыҡ”, өс коллективтың “өлгөлө” исемен йөрөтөүе лә һөйләй. Бер кеше “халыҡ оҫтаһы” исеменә лайыҡ булған.
Фото район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: