Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
16 Декабрь 2019, 09:00

Киләсәктә Өфөнөң Совет майҙаны ла күркәм төҫ аласаҡ

Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл, йәйәүлеләр зонаһы, фонтан, эскәмйәләр, ултыртылған йәшел ағастар – биләмәнең буласаҡ элементтарын график компьютер моделендә күрергә мөмкин. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарына ярашлы, республикабыҙҙа тирә-яҡты йәмләндереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән комплекслы эш дауам итә.

Киләсәктә Өфөнөң Совет майҙаны ла күркәм төҫ аласаҡ, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН. Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл, йәйәүлеләр зонаһы, фонтан, эскәмйәләр, ултыртылған йәшел ағастар – биләмәнең буласаҡ элементтарын график компьютер моделендә күрергә мөмкин.

Визуалләштереү BigD агентлығы тарафынан баҫылған. “Беҙ халыҡҡа Совет майҙанының нисек буласағын күрһәтергә теләнек”, – тип белдергән BigD етәксеһе Дмитрий Эйгенсон.

Шайморатов һәйкәленә килгәндә, уның проекты әле эшләнә, пропорциялары, размеры, деталдәре әле үҙгәрәсәк. “Ул бик шәп буласаҡ тип вәғәҙә итәләр”, – ти Эйгенсон.

Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, Совет майҙанын үҙгәртеп, етәкселек унда төп байрам сараларын уҙғарырға планлаштыра. Реконструкцияны тормошҡа ашырыу ваҡыты әлегә әйтелмәй.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты дүрт федераль проекттан тора: “Ипотека”, “Торлаҡ”, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”.

Фотолар: "Башинформ", BigD маркетинг агентлығы.

Читайте нас: