Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
8 Декабрь 2019, 09:00

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектының биш төбәк проектын финанслау өсөн ҡаҙнанан 4 782 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты үткәргән кәңәшмә эшҡыуарлыҡтың мөһим йүнәлешенә – экспортҡа продукция етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгәйне. Эшҡыуарҙар алдында Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов һәм башҡалар сығыш яһаны, кәңәшмәгә килгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты үткәргән кәңәшмә эшҡыуарлыҡтың мөһим йүнәлешенә – экспортҡа продукция етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгәйне. Эшҡыуарҙар алдында Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов һәм башҡалар сығыш яһаны, кәңәшмәгә килгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
– Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағы һуңғы йылдарҙа экспорт күләмен ике тапҡырға арттырҙы, – тине үҙенең сығышында “Рәсәй тимер юлдары. Логистика” акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Миназов. – Уның төрлө мөмкинлектәрен һәм йүнәлештәрен ҡулланыу ҙа киңәйә. Күптән түгел, мәҫәлән, беҙ Рязань ҡалаһы станцияһынан Ҡытайға 41 вагон он тейәп оҙаттыҡ. Башҡортостанға бының ни ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Һеҙ тап ошо юлда урынлашҡанһығыҙ һәм “Агроэкспресс”ҡа өҫтәмә вагондар таҡтырып ебәрә алаһығыҙ. Черниковка станцияһында ундай техник мөмкинлек бар.
Фото: Zerno-ua.com
Читайте нас: