Мораҙым
+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
6 Декабрь 2019, 09:00

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса юл камералары һатып алына

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бөгөнгө көндә бигерәк тә мөһим. Сөнки көн һайын юл фажиғәһендә ғүмерҙәр ҡыйыла. Үткән аҙнала 75 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 98 кеше зыян күргән, авария ҡорбандарының һаны 10-ға еткән. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса эштәр бөгөнгө көндә бигерәк тә мөһим. Сөнки көн һайын юл фажиғәһендә ғүмерҙәр ҡыйыла. Үткән аҙнала 75 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 98 кеше зыян күргән, авария ҡорбандарының һаны 10-ға еткән, ТИП ХӘБӘР ИТӘ БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘЫ.
Аварияларҙың күпселеге тиҙлек режимын боҙоу арҡаһында килеп тыуа. Шуның өсөн юлдарҙа фотовидеотеркәү комплекстары ҡороу бигерәк тә мөһим. Республикала йыл аҙағына тиклем бындай камералар һанын 540-ҡа тиклем арттырыу күҙаллана. Улар республика бюджеты, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты аҡсаһына, сервис контракты буйынса һатып алына. 2020 йылда тағы 459 камера ҡуйыу планлаштырыла. Был сара ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Мәҫәлән, 10 айҙа, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, юл-транспорт ваҡиғаларының дөйөм һаны 6,3% кәмегән, йәғни 229 осраҡҡа аҙыраҡ булған.
Читайте нас: