Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
1 Декабрь 2019, 09:00

Мәләүез заводы ла милли проектҡа ҡушылды

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Программаларҙа ҡатнашыу предприятиеларға етештереүҙең һөҙөмтәлелеген, персоналдың квалификацияһын һәм эшкә ынтылышын, продукцияның сифатын арттырыуға, муниципалитеттарҙың иҡтисади ҡеүәтен, һалым базаһын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Программаларҙа ҡатнашыу предприятиеларға етештереүҙең һөҙөмтәлелеген, персоналдың квалификацияһын һәм эшкә ынтылышын, продукцияның сифатын арттырыуға, муниципалитеттарҙың иҡтисади ҡеүәтен, һалым базаһын нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
Йыл аҙағына тиклем төбәктән проектта ҡатнашҡан предприятиелар 50-гә етергә тейеш.
Күптән түгел Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге компетенциялар буйынса төбәк үҙәге вәкилдәре мили проекта ҡатнашырға теләк белдергән “Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” акционерҙар йәмғиәте майҙансығында булды.
Эшлекле осрашыуҙа улар предприятиеның бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә мөмкинлектәре менән танышты. Компания етәкселәренә милли проектта ҡатнашыусыларға күрһәтелгән ярҙам тураһында мәғлүмәт еткерелде. Һөҙөмтәлә был предприятие менән килешеү төҙөлдө.
“Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалар заводы” төҙөлөш индустрияһында етештереү күләме буйынса лидерҙар иҫәбендә. Заводтың төп эшмәкәрлеге – сәнәғәт, транспорт һәм граждандар тармағын тимер-бетон ҡоролмалар менән тәьмин итеү.
Фото предприятиеның сайтынан.
Читайте нас: