Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
29 Ноябрь 2019, 09:00

Рәсәй Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы “Сәләмәтлек һаҡлау” дәүләт проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төрлө профилдәрҙә махсуслашҡан фәнни медицина тикшереүе үҙәктәре селтәрен төҙөй

Милли медицина тикшереүе үҙәктәре, баш методологик медицина учреждениелары һаны 12 профилле ойошмаға артасаҡ, РФ Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығының фәнни советы президиумы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде. “Совет Президиумының уҙған ултырышының әһәмиәтле ваҡиғаһы булып фәнни, клиник өлөшөн, уларҙың мәғариф һәм халыҡ-ара эшмәкәрлеген иҫәпкә алып, учреждениелар эшмәкәрлеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнгән 12 яңы ойошма милли медицина тикшереүе үҙәктәре селтәре составына индереү буйынса тәҡдимдәр булды”,-тиелә Рәсәй Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Милли медицина тикшереүе үҙәктәре, баш методологик медицина учреждениелары һаны 12 профилле ойошмаға артасаҡ, РФ Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығының фәнни советы президиумы ултырышында шундай ҡарар ҡабул ителде.

“Совет Президиумының уҙған ултырышының әһәмиәтле ваҡиғаһы булып фәнни, клиник өлөшөн, уларҙың мәғариф һәм халыҡ-ара эшмәкәрлеген иҫәпкә алып, учреждениелар эшмәкәрлеген комплекслы баһалау һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнгән 12 яңы ойошма милли медицина тикшереүе үҙәктәре селтәре составына индереү буйынса тәҡдимдәр булды”,-тиелә Рәсәй Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.
ММТҮ селтәренә яңы учреждениелар геронтология, балалар травматологияһы һәм ортопедияһы, колопроктология, медицина реабилитацияһы, онкология, отоларингология, педиатрия, стоматология, травмотология һәм ортопедия, урология кеүек профилдәр буйынса индереләсәк.
“Милли медицина тикшереүе үҙәктәрен селтәргә индереүгә тәҡдим ителгән учреждениелар медицина ярҙамының ҡайһы бер профилдәре буйынса ойоштороу-методик һәм аналитик эште тынығып ҡына ҡалмаясаҡтар, шулай уҡ ММТҮ селтәре өсөн яңы алты медицина ярҙамы профиле өсөн баш ойошмалар буласаҡ”,-тип асыҡлыҡ индерелә матбуғат хеҙмәте хәбәрендә.

Рәсәй Сәләмәтлекте һаҡлау министрлығы “Сәләмәтлек һаҡлау” дәүләт проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә төрлө профилдәрҙә махсуслашҡан фәнни медицина тикшереүе үҙәктәре селтәрен төҙөй. Профилле үҙәктәр базаһында дауаханаларҙы мәғлүмәти-методик оҙата барыу, клиник рекоментацияларҙы һәм дауалау беркетмәләрен актуалләштереү, телемедицина консультациялары үткәреү, яңы технологияларҙы үҫтереү һәм ғәмәлгә индереү маҡсаттарына ирешеү өсөн ММТҮ булдырыла.
Читайте нас: