Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Ноябрь 2019, 09:00

Шаран районы мәҙәниәт һарайында заман кинозалы “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы асылды

Шарандағы әлеге ҡыуаныслы ваҡиғаға килгәндә, улар халҡы 500 меңгә тиклемге тораҡ пункттарҙа кинозалдар булдырыуға ярҙам буйынса кино фонды конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылғайны. Һөҙөмтәлә ошондай кинозал асыуға өлгәштеләр.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Шарандағы әлеге ҡыуаныслы ваҡиғаға килгәндә, улар халҡы 500 меңгә тиклемге тораҡ пункттарҙа кинозалдар булдырыуға ярҙам буйынса кино фонды конкурсы еңеүселәренең береһе тип танылғайны. Һөҙөмтәлә ошондай кинозал асыуға өлгәштеләр, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН.
“Был шатлыҡлы ваҡиғаны барлыҡ ауыл халҡы түҙемһеҙлек менән көттө. Заманса кинозал – универсаль, мәғлүмәти һәм мәҙәни үҙәк, кино һөйөүселәрҙе туплау урыны. Шулай уҡ бында дуҫтар менән осрашыу, ҡыҙыҡлы һәм файҙалы ял итеү мөмкинлеге асылды”, – тине үҙ сығышында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ринат Закиров.
Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы ун кинозал асыласаҡ.
Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс федераль проекттан тора: “Мәҙәни мөхит”. “Ижади кешеләр”, “Һанлы мәҙәниәт”.
Фото: culture.bashkortostan.ru
Читайте нас: