“Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль һәм төбәк проекттарына ярашлы, 21 ноябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында мәҙәниәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттарының гала-концерты һәм художество эштәре күргәҙмәһе уҙғарыласаҡ. Сара республиканың 100 йыллығына арнала.