Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Ноябрь 2019, 09:00

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты программаларын тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда 6,1 миллиард һум аҡса бүленәсәк

“Киләһе йылға беҙ Пугачев урамын төҙөкләндереү проектын тамамлайбыҙ һәм Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереүҙе башлайбыҙ”, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Киләһе йылға беҙ Пугачев урамын төҙөкләндереү проектын тамамлайбыҙ һәм Салауат Юлаев проспекты менән Пугачев урамы киҫелешендәге юл үткәргесте төҙөкләндереүҙе башлайбыҙ”, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.
2020 йылда Ағиҙел йылғаһы аша Интернациональ урамы киҫелешендә яңы күпер төҙөй башлау планлаштырыла. Ул юлдарҙы М-5 һәм М-7 федераль трассаһынан килгән транзит транспорттан бушатасаҡ һәм Черниковка биҫтәһендә йәшәгәндәргә Ағиҙел аръяғы төбәктәренә сығыуҙы еңеләйтәсәк.
Шаҡша һәм Затон күперҙәре капиталь ремонтҡа ябыласаҡ. Шулай уҡ киләһе йылда Стәрлетамаҡта ла Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙе реконструкциялау башланасаҡ.
ФОТО: gtrk.tv
Читайте нас: