Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Ноябрь 2019, 09:00

Һыу үткәргестәр милли проект буйынса сафҡа инә

Мәләүез районының Ҡыҙрай ауылында һыу менән тәьмин итеү ҙур проблема ине. Быйыл октябрҙән был мәсьәлә хәл ителде. #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Мәләүез районының Ҡыҙрай ауылында һыу менән тәьмин итеү ҙур проблема ине. Быйыл октябрҙән был мәсьәлә хәл ителде, тип хәбәр итә “Башҡортостан” гәзите.

– Ҡыҙрай “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһының “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” ярҙамсы программаһына индерелгәйне, – тине район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Василий Егоров. – Йәй бында яңы һыу бүлеү башняһы төҙөнөләр, урамдарға оҙонлоғо биш саҡрымдан ашыу булған һыу үткәргес һалдылар. Эш 4,5 миллион һумға төштө. Аҡсаны район һәм республика ҡаҙнаһынан бүлделәр. Хәҙер 107 торлаҡ йорт һыу менән тәьмин ителде, шуларҙың 98-е һыу үткәргескә тоташтырылды.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе әкренләп Троицкий, Дарьино, Васильевка, Нордовка, Әбет, Сергеевка ауылдарында ла хәл ителә. Александровка, Ергән, Корнеевка, Томансы, Аптраҡ ауылдарында һыу селтәрҙәре үткәреү көнүҙәк проблемалар иҫәбендә ҡала.
Читайте нас: