Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Ноябрь 2019, 09:00

Милли проект буйынса субсидия аласаҡтар

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, БР Хөкүмәте сит илгә тауар сығарған компанияларҙың транспортҡа киткән сығымдарын субсидиялау буйынса программаны бойомға ашырыуҙы дауам итә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, БР Хөкүмәте сит илгә тауар сығарған компанияларҙың транспортҡа киткән сығымдарын субсидиялау буйынса программаны бойомға ашырыуҙы дауам итә, тип яҙа "Башҡортостан".

Быйыл экспортҡа эшләгән компанияларға логистика сығымдарын ҡаплау буйынса 28 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Шул иҫәптән Октябрьский ҡалаһынан “Инновации в бурение” йәмғиәте Әзербайжанға, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Мексикаға, Үзбәкстанға һәм Кубаға – нефть скважинаһын быраулау һәм ремонтлау әйберҙәрен, Белорет ҡалаһынан “Көньяҡ Урал Үлсәү Заводы” йәмғиәте Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға һәм Сербияға – төрлө төрҙәге үлсәү ҡорамалдарын, “Башлессервис” йәмғиәте Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Афғанстан илдәренә ылыҫлы ағастан төҙөлөш материалдарын һатыуға киткән сығымдарын ҡаплауға субсидия алыуға килешеү төҙөүгә өлгәшкән.
Фото интернеттан алынды.
Читайте нас: