Урман әҙерләү өсөн һәм янғынға ҡаршы техника (30 автомобиль һәм 130 берәмектән ашыу ҡорамал) республиканың 16 хужалығына һәм урман-янғын үҙәгенә ебәреләсәк. Башҡортстан өсөн яңы техника "Экология" милли һәм "Урмандарҙы һаклау" федераль проекттарын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә һатып алынған.
Яңы техниканы тапшырыу тантанаһы БР Ауыл хужалығы министрлығының янғын һүндереү буйынса үҙәк базаһында үтте.
Сарала БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбасары – Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалыгы министры Илшат Фәзрахманов, БР Урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов, шулай уҡ ҡайһы бер район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы.