Министрлыҡтың белгестәре билдәләүенсә, туғыҙ йыл эсендә йыл да 350-400 ҡатын-ҡыҙ өҫтәмә белем алған, ә 2011-2018 йылдарҙа – 4300-ҙән ашыу. 2020 йылдан алып 1200-ҙән ашыу әсә квалификацияһын арттыра һәм яңы һөнәр үҙләштерә аласаҡ.
Программа сиктәрендә тәрбиәсе, кондитер, тегенсе, дизайнер, маникюр буйынса оҫта, парикмахер, визажист, 1С: Бухгалтерия, смета төҙөү эше, компьютер графикаһы дизайнеры һ.б. һөнәрҙәргә уҡырға була.