Унда, ҡағыҙ кенәгәләге кеүек үк, вазифа, башҡарылған эш, икенсе эш урынына күсеү, эштән китеү, хеҙмәт килешеүен туҡтатыу хаҡында мәғлүмәттәр күрһәтеләсәк.
Закондың 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инеүе көтөлә. Белгестәр иҫәпләүенсә, ул яҡынса 60 млн гражданға, 8,4 млн хужалыҡ субъектына ҡағыласаҡ.
2021 йылда хеҙмәт юлын башлаусылар өсөн электрон хеҙмәт кенәгәләрен асыу мотлаҡ буласаҡ. Ә ҡалғандар, ҡағыҙ вариантына тоғро ҡалып, унан баш тарта ала. Бының өсөн 2020 йылдың дауамында, ҡағыҙ документ менән ҡулланырға теләк белдереп, ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.
Эшсе 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем ғариза яҙып өлгөрмәһә, эш биреүсе уның ҡағыҙ вариантындағы хеҙмәт кенәгәһен һаҡлау яуаплылығынан арына.
Хөкүмәт ағзалары электрон хеҙмәт кенәгәләренән ҡурҡмаҫҡа саҡыра. Улар, киреһенсә, уңайлыҡтар ғына тыуҙырасаҡ.