Был турала республиканың Тышҡы сәнәғәт бәйләнештәре буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов менән "Алмас" компанияһының Директорҙар советы рәйесе Салем Аль-Бьянони осрашыуында билдәле булды.
Фирма етәксеһе Ғәрәп ярымутрауы халҡын бейә һөтө һәм ҡымыҙ менән тәьмин итеү тәҡдимен еткерҙе. Һөйләшеп килешеү буйынса, Баймаҡ районында етештерелгән ҡоро ҡымыҙ продукцияһын сығарасаҡтар. Бынан тыш, республика шифаханаларында дауаланыуҙы ойоштороу ҙа күҙаллана, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.