Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Ноябрь 2019, 09:06

«Фән» милли проекты тимер юлы эшмәкәрлегенә инновацион асыштарҙы индерәсәк

«Фән» милли проекты тимер юлы эшмәкәрлегенә инновацион асыштарҙы индерәсәк Һамар фәнни-белем биреү үҙәге «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Улар бергәләп тимер юлы эшмәкәрлегенә инновацион асыштарҙы индереү менән шөғөлләнәсәк. Һамар өлкәһенең фәнни-белем биреү үҙәге тимер юл белгестәренә фәнни-тикшеренеү эштәрен башҡарырға һәм уларҙың эшмәкәрлеген Рәсәй уҡыу йорттарына индерергә ярҙам итәсәк, шулай уҡ ошо өлкәлә белгестәр әҙерләүҙә лә булышасаҡ. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

fotokto.ru
fotokto.ru
Һамар фәнни-белем биреү үҙәге «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеүгә ҡул ҡуясаҡ. Улар бергәләп тимер юлы эшмәкәрлегенә инновацион асыштарҙы индереү менән шөғөлләнәсәк.
Һамар өлкәһенең фәнни-белем биреү үҙәге тимер юл белгестәренә фәнни-тикшеренеү эштәрен башҡарырға һәм уларҙың эшмәкәрлеген Рәсәй уҡыу йорттарына индерергә ярҙам итәсәк, шулай уҡ ошо өлкәлә белгестәр әҙерләүҙә лә булышасаҡ.
Әйткәндәй, «Фән» милли проектының төп бурыстарының береһе булып университеттар, фәнни институттар һәм предприятиеларҙы берләштергән донъя кимәлендәге фәнни-белем биреү үҙәк селтәрҙәрен булдырыу тора. Рәсәйҙә бындай 15 үҙәк асыласаҡ. Ҡуйылған маҡсаттарға ярашлы, 2024 йылда фәнни тикшеренеүҙәр һәм фәнни-технология өлкәһендәге асыштар буйынса Рәсәй алдынғы биш ил рәтенә инергә тейеш.
Читайте нас: