Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
20 Сентябрь 2019, 09:11

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса Өфөнөң Комсомол урамына ремонт яһауҙың беренсе этабы башлана

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса Өфөнөң Комсомол урамына ремонт яһауҙың беренсе этабы башлана Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө яҡлы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар, һәм был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирҙе. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Төбәгебеҙҙә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Мәҫәлән, 12 сентябрҙән Өфөнөң Комсомол урамына ремонт яһауҙың беренсе этабы башлана.


Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө яҡлы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар, һәм был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирҙе.


Өфөнөң Комсомол урамының Һәҙиә Дәүләтшина бульварынан Бессонов урамына тиклемге участкаһы ремонтланасаҡ (3,84 км). Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, реконструкцияны 2021 йылда тамамлау планлаштырылған.


“Ремонт мәлендә Комсомол урамының йоп һанлы яғы буйынса транспорт хәрәкәте ябыла. Ҡаршы йүнәлештең ике һыҙаты ғына эшләйәсәк – икеһе ике яҡҡа йөрөү өсөн”, – тип хәбәр иттеләр хакимиәттән.


Был урам күптән яңыртыуға ихтыяж кисерә ине, автомобилистар, баш ҡала халҡы ошо һорау менән урындағы власҡа мөрәжәғәт итте.


Билдәле булыуынса, күптән түгел Өфөнөң Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт башланды. Шулай уҡ 8 Март урамын реконструкциялау, Валерий Лесунов урамын төҙөү планлаштырылған. Ғөмүмән, милли проект тормошҡа ашырылған ваҡытта баш ҡалала урам-юл селтәренең 28 участкаһы ремонтланасаҡ, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 47 саҡрымдан ашыу, майҙаны – 811 мең квадрат метр.


Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.


Фото: "Башинформ" агентлығы.



Читайте нас: