Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
26 Август 2019, 09:44

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ХАЛЫҠТЫҢ ТОРМОШОН ЯҠШЫРТЫРҒА ТЕЙЕШ

МИЛЛИ ПРОЕКТТАР ХАЛЫҠТЫҢ ТОРМОШОН ЯҠШЫРТЫРҒА ТЕЙЕШ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.Был эшкә республикала айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.Был эшкә республикала айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.


“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш өлөштән - федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.



Читайте нас: