Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
18 Август 2019, 09:20

Милли проект буйынса район мәҙәниәт һарайы ремонт кисерә

Милли проект: мәҙәниәт һарайы сафҡа инә “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендәге “Мәҙәни мөхит” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Миәкә районында урындағы мәҙәниәт һарайы капиталь төҙөкләндерелә. Эште быйыл 1 ноябргә тамамларға ниәтләйҙәр. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендәге “Мәҙәни мөхит” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Миәкә районында урындағы мәҙәниәт һарайы капиталь төҙөкләндерелә. Эште быйыл 1 ноябргә тамамларға ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә БАШҠОРТОСТАН

“Миәкә үҙәк мәҙәниәт һарайы 1983 йылда уҡ һалынған һәм ошо ваҡыт эсендә бер тапҡыр ҙа капиталь ремонтланмаған. Ағымдағы эштәрҙе үҙебеҙҙең көс менән башҡара инек, – тине мәҙәниәт һарайы директоры Гөлназ Шафиҡова. – 2018 йыл аҙағында бинаны капиталь ремонтлауға 16 миллион һум, быйыл апрелдә тағы ла 13 миллион һум самаһы аҡса бүленде. Әле төҙөүселәр бында ишек, тәҙрәләрҙе алмаштырҙы, йылылыҡ селтәрен йүнәтте. Ҡыйыҡты төҙөкләндереү дауам итә. Бер үк ваҡытта тамаша һәм спорт залдары, бинаның фасады ремонтлана”.

Директор әйтеүенсә, реконструкция барыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт һарайы ғәҙәти тәртиптә эшләй. Бында никах теркәлә, ижади түңәрәктәр ойошторолған.

Әйткәндәй, 2024 йылға тиклем “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда ауыл ерендә 26 мәҙәни-ял учреждениеһы төҙөү һәм берәүһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса тормошҡа ашырыла һәм “Мәҙәни мөхит”, “Ижад кешеләре”, “Һанлы мәҙәниәт” ярҙамсы программаларын үҙ эсенә ала.