Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
17 Август 2019, 09:13

Фермерҙар милли проект буйынса ниндәй ярҙам аласаҡ?

Фермерҙар милли проект буйынса ниндәй ярҙам аласаҡ? “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты төбәгебеҙҙә төрлө яҡлап әүҙем тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан.#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фермерҙар милли проект буйынса ниндәй ярҙам аласаҡ?

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты төбәгебеҙҙә төрлө яҡлап әүҙем тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә Башҡортостан.

Мәҫәлән, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова һүҙҙәренсә, хеҙмәт урындары булдырған өсөн республикалағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарҙарҙың йыл башынан инвестиция маҡсатында алынған кредитының процент ставкаһы өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәктәр. Был субсидияның күләме эш урындарының иҫәбенә бәйле.


Милли проектҡа ярашлы булдырылған башланғыс, һис шикһеҙ, халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерәсәк. Эшҡыуар бер хеҙмәт урыны өсөн – 100 мең һумға тиклем, ә ун һәм унан ашыу икән, 1 миллион самаһы субсидия аласаҡ, тине агентлыҡ етәксеһе.


“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала. Улар йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереүҙе киңәйтеү; бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү; фермерҙарға ярҙам системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү; эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу йүнәлештәрен тормошҡа ашыра.

Читайте нас: