Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткәргән оператив кәңәшмәлә “Мәғариф” милли проектының үтәлеше тикшерелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин билдәләүенсә, милли проектттың төп маҡсаттарының береһе – яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөү, уларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу, ошолар менән бер рәттән һәр бала реаль уңышҡа өлгәшһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалыу.
“Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, Башҡортостан федераль бюджеттан 211, 4 миллион һум күләмендә субсидия алған. Ул аҡса “Сириус”ҡа оҡшаған һәләтле балалар өсөн белем үҙәген төҙөүгә тотоноласаҡ. Уның эшмәкәрлеге фән, сәнғәт, спорт һәм бүтән өлкәләрҙә балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләтен асыҡлау һәм үҫтереүҙән ғибәрәт.
Айбулат Вәкил улының һүҙҙәренә ҡарағанда, “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәһе – 2019 йылда 6 501 урынлыҡ 21 яңы мәктәп асыласаҡ.
Радий Хәбиров эштәрҙең тулы үтәлешен тулыһынса күҙәтеп барырға ҡушты.