Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
10 Август 2019, 09:27

“Торлаҡ һәм ҡала мөхит” милли проектына ярашлы льготалы ипотека алырға була

“Торлаҡ һәм ҡала мөхит” милли проектына ярашлы льготалы ипотека алырға була “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикала “Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау” системаһы проекты тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан халҡына йыллыҡ проценты 5,5-7 процент булған ипотека кредитын алыу мөмкинлеген бирә. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикала “Торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау” системаһы проекты тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан халҡына йыллыҡ проценты 5,5-7 процент булған ипотека кредитын алыу мөмкинлеген бирә.

Был милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путин май айында ҡабул иткән Указды ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Башҡортостан төбәк компоненты – “Башҡортостан Республикаһы ипотекаһы” проекты эшләнгән төбәктәр иҫәбенә инә.


Был проекттың үҙенсәлеге шунда: граждандар партнер банктарҙа өс-алты йыл дауамында тәүге иғәнәгә аҡса туплай һәм субсидия, республика бюджетынан күсерелгән аҡсаның 30 процентына тиклем премия ала. Иғәнә тупланғас, был кешегә күсемһеҙ милек алыуға йылына 5,5-7 процент ставкаһы буйынса ипотека кредиты бирелә.


Әле ошо проект буйынса 1 700 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан, ете меңе әле иғәнәгә аҡса туплай.


Фото: ipoteka.domklick.ru


Автор: Лилиә Дәүләтбәкова

Читайте нас: