Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
7 Август 2019, 09:38

Нөгөш һыуһаҡлағысында милли проект сиктәрендә умартасылар фестивале үтәсәк

Нөгөш һыуһаҡлағысында милли проект сиктәрендә умартасылар фестивале үтәсәк 10 августа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйындағы "Спартаковсы" балалар һауыҡтырыу лагеры янында "Ҡурсаулыҡ балы" фестивале уҙасаҡ. Унда республиканың төрлө тарафтарынан умартасылар йыйыласаҡ. Сарала иң тәмле балды билдәләү буйынса конкурс ойоштороласаҡ. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

10 августа Нөгөш һыуһаҡлағысы буйындағы "Спартаковсы" балалар һауыҡтырыу лагеры янында "Ҡурсаулыҡ балы" фестивале уҙасаҡ. Унда республиканың төрлө тарафтарынан умартасылар йыйыласаҡ. Сарала иң тәмле балды билдәләү буйынса конкурс ойоштороласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан


Фестиваль ҙур бал байрамына әйләнәсәк, сөнки унда республиканың төрлө төбәктәренән бал һәм умартасылыҡ ҡорамалдары һатыласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк. Мәҙәни саралар ҙа уҙғарыласаҡ, балалар өсөн уйын майҙаны эшләйәсәк.


Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, конкурс Милли проекттар сиктәрендә "Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу" төбәк милли проектын ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итеү һәм солоҡсолоҡто үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, умартасылыҡ тауарҙарын һатыуға булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла.


#ВладимирПутин

#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: