Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
2 Август 2019, 02:06

“Демография” өлкән быуынға ярҙам итәсәк

“Демография” өлкән быуынға ярҙам итәсәк Башҡортостан дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы пенсияға сығыу алдында торған граждандарҙы Ворлдскиллс халыҡ-ара стандарттар буйынса һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәри белем биреүҙе тормошҡа ашырыуға тотондо. Программа “өлкән быуын” федераль проектына һәм “Демография” милли проектына ярашлы башҡарыла. Уҡытыу бушлай. #национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Башҡортостан дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы пенсияға сығыу алдында торған граждандарҙы Ворлдскиллс халыҡ-ара стандарттар буйынса һөнәри уҡытыу һәм өҫтәмә һөнәри белем биреүҙе тормошҡа ашырыуға тотондо. Программа “өлкән быуын” федераль проектына һәм “Демография” милли проектына ярашлы башҡарыла. Уҡытыу бушлай.

Кемдәр уҡыуға килә ала? 1964–1968 йылдарҙа тыуған 51-55 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1959–1963 йылдарҙа тыуған 56-60 йәшлек ир-ат, айырым шарттар буйынса пенсияға сығыу алдында торғандар. Уҡытыу федераль бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Бында программаны идара итеүгә ҡоролған станок операторы һөнәрен үҙләштерергә мөмкин.

Тыңлаусылар халыҡ-ара кимәлдә белем аласаҡ, квалификацияһын күтәрәсәк, өҫтәмә һөнәргә эйә буласаҡ. Яңы профессия үҙләштерергә, һөнәри аралашыуҙы киңәйтергә теләгәндәр БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына рәхим итегеҙ!

1 июлдән башланған тәүге төркөмдө һигеҙ кеше тамамланы ла инде. Киләһе төркөм 10 августан уҡый башлаясаҡ. Хеҙмәт күнекмәләренә филиалдың үҙендә үтәсәк. “Стан” заводы белгестәре яңы һөнәрҙе үҙләштерергә ярҙам итәсәк.



Автор: Д. Ғәбдрәхимова.



Читайте нас: