“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, Республика клиник онкология диспансерына “Маммо-РП” автоматлаштырылған рентген-маммография стационар комплексы алынды.
Был эш федераль бюджет иҫәбенә атҡарылды, хаҡы – 12 миллион һум.
Маммография системаһы пациент өсөн түбән радиация дозаһында уңайлылыҡ һәм һүрәтләнештең юғары сифатын тәьмин иткән, ҡулланылыуҙа ышаныслы төшөрөү ҡорамалы менән йыһазландырылған. Аппараттың ҙур өҫтөнлөгө – һанлы архивлаштырыу мөмкинлеге.
“Маммо-РП” ярҙамында йылына уртаса туғыҙ мең тикшереү үткәреп буласаҡ. Был аппарат ҡатын-ҡыҙҙы хеҙмәтләндереүҙең тиҙлеген һәм сифатын күпкә яҡшыртасаҡ.
Бөгөн рентген маммографияһы һөт биҙҙәре яман сире диагнозын аныҡлаған “алтын стандарт” булып ҡала. Онкологияла был ауырыу – иң күп осрағандарҙың береһе.