Мораҙым
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МИЛЛИ ПРОЕКТТАР
23 Июль 2019, 09:07

Милли проект буйынса ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтеләсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикабыҙҙа 2024 йылға тиклем һәр йыл ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Әле был күрһәткес – 500 кеше.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса республикабыҙҙа 2024 йылға тиклем һәр йыл ике меңгә яҡын сит ил гражданына медицина ярҙамы күрһәтелергә тейеш. Әле был күрһәткес – 500 кеше.


“Медицина хеҙмәтен экспортлауҙы үҫтереү” проектының маҡсаты – Башҡортостанда медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе 2017 йылға ҡарағанда (ул ваҡытта 470 кеше ине) кәмендә дүрт тапҡырға арттырыу. 2024 йылға тиклем ике меңгә тиклем сит ил гражданын дауалау мөмкинлегебеҙ булырға тейеш”, – тине төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек етәксеһе Лидия Светлакова.


Бындай медицина ярҙамы аҡсаға күрһәтелә. Уға дауаланыу ғына түгел, тикшеренеү үтеү ҙә инә.


“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп бурыстары хеҙмәт йәшендәге халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеү, медицина ойошмаларында беренсе медик-санитар ярҙамы күрһәткән белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөү, барлыҡ граждандар өсөн кәмендә йылына бер тапҡыр иҫкәртеү медицина тикшереүе үткәреү. Милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 2019 – 2024 йылдарҙа 1,7 триллион һум бүлеү ҡаралған.

Читайте нас: