Фәймә Аҡъюлова, “Наҙлыйылға” халыҡ театры режиссеры:
- Район гәзитенә йыл да яҙылам, яратып уҡып барам. Бала саҡтан ҡалған ғаилә йолаһы тиһәң дә була. “Хеҙмәткә дан”дан “Мораҙым” ға исеме генә алышынды. Уға ҡушып, “Тамаша”, “Һәнәк” журналдары ла килә, “Башҡортостан ҡыҙы”н да яратам.
Район, республика яңылыҡтары, яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштары, алдынғы эшселәр, уҡыусылар, барыһы ла - беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ, перспективаларыбыҙ, тарихыбыҙ матбуғатта сағылып бара. Миңә, бигерәк тә, райондаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ менән ҡоролған интервью формаһындағы әңгәмәләр оҡшай. Уларҙың фекере, тормошҡа ҡарашы ҡыҙыҡлы.
Замана бик етеҙ тиҙлектә, ашығып, шашып үҙгәрештәр кисергәндә, күп нәмәгә өлгөрә алмай, албырғап ҡалған саҡтарҙа, кистәрен тыныс ҡына, гәзит тотоп, уҡып сыҡһаң, ярһыу тормошто йүгәнләгәндәй, ауыҙлыҡлағандай тояһың үҙеңде.
Шулай, ваҡыт арбаһынан төшөп ҡалмай, район гәзитебеҙгә яҙылып, бергә ҡалайыҡ!