Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
5 Апрель 2022, 11:32

Гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу осоро башланды

"Айыҡ ауыл" бәйгеһе ҡатнашыусыһы Сәлихта матбуғатҡа тоғро кешеләр йәшәй. Бында һәр өйҙә тиерлек гәзит-журнал алдыралар. - “Мораҙым” гәзитен генә 15 кеше алдыра, “Кугарчинские вести”  – 5 дана. Бәләкәй ауыл өсөн был күрһәткес яҡшы тип иҫәпләйем.  Бынан тыш, “Йәшлек”, “Шоңҡар”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Киске Өфө”, “Ағиҙел” журналдарын яраталар. Әле осһоҙға яҙылыу осоро башланды, 4 апрелдән  14-нә тиклем дауам иткән ун көнлөктә киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡалмаҡсыбыҙ. Аҡса килә лә китә, гәзит-журналдар уҡымаһаң, донъянан артта ҡалған һымаҡһың бит. Сәлихтар был тәңгәлдә заман менән бергә атлай тип әйтә алам, - ти почта хеҙмәткәре Клара Байғазаҡова.

Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу декадаһынан ситтә ятып ҡалмағыҙ.

Гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу осоро башланды
Гәзит-журналдарға ташламалы яҙылыу осоро башланды
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: