Мораҙым
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
13 Ноябрь 2021, 09:00

"Аҙна һайын бүләк" акцияһы башланды

“Аҙна һайын бүләк!” акцияһы старт алды һәм осраҡлы һайлап алыу ысулы менән тәүге бүләк хужалары билдәләнде. Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың кеме бүләккә лайыҡ булған - был хаҡта сайтта уҡырһығыҙ.

"Аҙна һайын бүләк" акцияһы башланды
"Аҙна һайын бүләк" акцияһы башланды

Бына улар: Йомағужанан Зилә Сәйетова (“Атлантис” һауыты), Яңауылдан Асия Юлтина (тәрилкәләр), Күгәрсендән Зөлфирә Абдуллина (салат һауыттары), Мораҡтан Фәриҙә Рафиҡова (һут һауыттары). Ошондай уҡ бүләктәрҙе “Кугарчинские вести” гәзитен яҙылыусылар – Елена Осипова, Рәмзиә Килсенбаева, Г.Самохвалова, Хәлил Мәһәҙиев отто.

Был уҡыусыларыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм бүләктәрҙе килеп алырға саҡырабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).   Ҡалғандарға әйтер һүҙебеҙ шул: “Аҙна һайын бүләк” конкурсынан ситтә ҡалмағыҙ. Ҡатнашыу шарттары ябай: киләһе ярты йыллыҡҡа “районка”ларға яҙылып квитанцияһын йәки уның күсермәһен редакциябыҙға ебәрергә.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: