Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
5 Июль 2021, 11:15

Төп бүләктәр кемдәргә насип булды?

“Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Төп бүләктәребеҙ – БЫҘАУҘАР, шулай көндәлек тормошта бик кәрәкле әйберҙәр - саң һурҙырғыстар, кофеваркалар, сәйнүктәр, һут һыҡҡыстар, фендар кемдәргә насип булды икәнлеген сайттан уҡығыҙ.

“Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатылды. Төп бүләктәребеҙ – БЫҘАУҘАР, шулай көндәлек тормошта бик кәрәкле әйберҙәр - саң һурҙырғыстар, кофеваркалар, сәйнүктәр, һут һыҡҡыстар, фендар гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡыуандырыр, тип ышанабыҙ.
Кемдәр һуң улар - даланлылар?
Бына улар – Теләүембәт ауылынан Ғиндәлиф Хужин (һыҙғыртҡыслы сәйгүн менән турағыс таҡта), 1-се Түкәттән Бәзиха Ҡолсонбаева (сәс өсөн фен), Бикбулаттан Илдар Аҡназаров (һут һыҡҡыс), “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе”нән Фәимә Әбделмәнова (кофеварка), Нуҡайҙан Гүзәл Теләғолова (саң һурҙырғыс). Төп бүләк – БЫҘАУҙы Һарытау утарынан Азат Аҫылбаев отто. “Кугарчинские вести” гәзите еңеүселәре – Миңнур Сарбулатова (Йомағужа), Рәмзиә Хәбибуллина (Мәҡсүт), Валентина Измякова менән Татьяна Арестова (Мораҡ), Роман Кривошеев (Воскресенск) шундай уҡ бүләктәргә лайыҡ булды. Уларҙың төп бүләге Александровка ауылында йәшәүсе Юрий Егошинға насип булды.
Төп бүләктәрҙе, йәғни быҙауҙарҙы биреүсе - “Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте (директоры – Айрат Болғаиров) һәм “Октябрь” кооперативы (етәксеһе – Андрей Зиновьев). Беҙ уларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: