Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 7 июндән 17 июнгә тиклем 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 10 процент ташлама менән яҙыла ала.
Ун көнлөк ваҡытында “районка”ға хаҡтар түбәндәгесә:
- почта бүлексәһе аша ярты йылға яҙылыу хаҡы – 914 һум 28 тин.
- льготалы категорияға ҡараған граждандарға (Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары; хәрби хәрәкәттәр ветерандары; хәрби хеҙмәт ветерандары;
бөтә категория инвалидтары) – 844 һум 86 тин;
- редакциянан үҙегеҙ килеп алған осраҡта ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы 567 һум 06 тин буласаҡ;
- Корпоратив, йәғни коллектив менән яҙылыу – 595 һум 41 тин;
- электрон гәзиткә яҙылыу – 696 һумға төшәсәк.