“Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында тәүге бүләк уйнатыу сараһы үтте. “Яҙғы йыйылма” тип аталған тәүге бүләк уйнатыу акцияһында пикник өсөн һауыт-һабалар (4 кешелек), йомшаҡ пледтар һәм иң төп бүләк – яҙғы-йәйге эҫе көндәрҙә ялан-ҡырға сығырға шампурҙары менән мангалдар уйнатылды.
Шулай итеп, тәүге бүләктәрҙе: пледты 1-се Түкәт ауылынан Сәлимә Мырҙабулатова, һауыт-һаба йыйылмаһын Бикбулаттан Азат Хужахмәтов һәм шампурҙары менән мангалды Ерекленән Алһыу Бәширова отто.
“Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар араһында Гүзәл Сәлихова (опека һәм попечителлек үҙәге), Гүзәл Живаева (“Уралҡай” балалар баҡсаһы), Геннадий Мехов (Семен-Петровский ауылы) иң даланлылары булды.
Бүләктәр отоусыларҙы ҡотлайбыҙ, ә ҡалғандарҙан квитанциялар көтөп ҡалабыҙ!