“Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыу өсөн беренсе ярты йыллыҡҡа район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитация күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрергә кәрәк ине. Күптән түгел республика акцияһына Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуының тура эфирында йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында Әбйәлил ауылынан Зөһрә Дәминдарованың да булыуы ҡыуаныслы. Уның бәхетенә электр самокаты эләкте. Билдәле булыуынса, 2016 йылдан Башҡортостанда ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һайын баҫмаларҙың тиражы кәмендә 7 процентҡа кәмеп килде. Һуңғы биш йылда быйыл тәүге тапҡыр тираждарҙың кәмеүе туҡтатылды тиергә була, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто гәзит-журналдары тиражы уҙған йылдың ошо уҡ осорондағынан артып китте. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда ике тапҡыр “ташламалы ун көнлөктәр үткәрелеүе лә быға булышлыҡ иткәндер, күрәһең. Зөһрә Бәҙретдин ҡыҙы үҙенең ғүмер байрамын билдәләгән көндә Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков уйында отҡан бүләген тапшырҙы. Аккумуляторы электр менән зарядка йыйған самокаттың спорт яратҡан Зөһрә һәм Сәлим Дәминдаровтарға эләгеүе уғата ҡыуаныслы. Педагогик хеҙмәт ветерандары бөгөн дә спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Уҙған аҙнала Таштимер ауылында Маҙһар Алсынбаев иҫтәлегенә үткәрелгән саңғы ярышынан да ҡалманылар. Көн һайын ҡыш саңғыла шыуһалар, ҡар бөтөү менән скандинав таяҡтары менән йөрөйҙәр. Бынан тыш, аҙнаһына ике-өс тапҡыр мотлаҡ бассейнда йөҙөргә баралар. Дәминдаровтарҙың ул- ҡыҙҙары ла ата-әсә өлгөһөндә спорт менән дуҫтар. Бөгөн Фуат, Эльвира һәм Гүзәлиәнең һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, үҙ мәшәҡәте булыуға ҡарамаҫтан, спортты ташламайҙар: айырыуса волейбол уйнарға әүәҫтәр, ҡыҙҙар аэробика менән дә шөғөлләнә.Береһе гармунда, икенсе баянда һыҙҙырып уйнаған ирле-ҡатынлы Дәминдаровтар мәҙәни сараларҙан да ситтә ҡалмай. Зөһрә Бәҙретдин ҡыҙы ҡырҡ йылға яҡын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, бөгөн хаҡлы ялда. Сәлим Хәйрулла улы иһә 35 йыл һөнәрселек училищеһында курсанттарҙы физкультуранан уҡытты, бөгөн балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры вазифаһын башҡара. 2021 йылдың тәүге ярты йыллығына Дәминдаровтар “Осҡон”, “Йәшлек” гәзиттәренә һәм “Шоңҡар” журналына яҙылғандар. ––Ошо баҫмаларҙан бер йыл да ҡалғаныбыҙ юҡ. Электрон вариантҡа ҡарағанда, ҡағыҙға баҫылғанды өҫтөн күрәбеҙ. Ҡулыңа алып уҡыуға етмәй инде, – ти Дәминдаровтар. Әйткәндәй, даланлы ғаилә, күрәһең, улар. “Осҡон” гәзитенә яҙылыусылар араһында ойошторолған “Аҙна һайын бүләк!” уйынында ла ике тапҡыр еңеүсе булды Дәминдаровтар, “Абзелил” гәзитенән дә бүләк алғандары бар. Бөгөн 2021 йылдың икенсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы башланды ла инде. “Осҡон”ға һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, уйында ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен Өфөгә ебәрегеҙ. Нәшриәт йорто әҙерләгән шәп бүләктәр киләһе уйында, бәлки, нәҡ һеҙгә эләгер. Рәмилә Истанбаева.