Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
15 Декабрь 2020, 00:25

Һәр урамда, һәр өйҙә оло ҡунаҡтай көтөп алһындар...

Әле лә хәтеремдә: хат ташыусы Имаметдин бабайҙы ҡунаҡ көткәндәй көтөп ала инек. Уның гәзит-журнал тулы сумкаһы ла ниндәйҙер бер мөғжизә кеүек күренде. “Их, шул сумкалағы бөтә гәзит-журналдарҙы уҡып, ҡарап сыҡһаң икән” тигән уйҙар бер мине генә татлы уйҙарға һалмағандыр! Һуғыш ветераны Имаметдин бабай күптән яҡты донъяларҙа юҡ инде, уның ҡатыны, тыл ветераны Маһиҡәмәр инәй ҙә, ишетеүемсә, ошо көндәрҙә мәңгелек йортона күскән. Урындары йәннәттә булһын изге күңелле ауылдаштарымдың! Хәҙерге хат ташыусыларҙы ла оло ҡунаҡтай көтөп алалармы икән?! Иманым камил, үҙен рухи аҙыҡтан мәхрүм итмәгәндәр – ваҡытлы матбуғаттан айырылмағандар өсөн уларҙың килеп китеүе оло байрамдай тойолалыр. Тәүәкән ауылы халҡы менән ваҡытлы матбуғатты тоташтырып тороусы күпер тип атар инек хат ташыусы Гөлназ һәм Руслан Ҡаразбаевтарҙы. Әйткәндәй, Руслан хәҙер икенсе ерҙә - Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһында эшләй, шулай ҙа ҡатынына гәзит-журналдарҙы алып ҡайтырға ла, таратырға ла, подписка эшендә лә ярҙам итә. Был күркәм пар тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.

Әле лә хәтеремдә: хат ташыусы Имаметдин бабайҙы ҡунаҡ көткәндәй көтөп ала инек. Уның гәзит-журнал тулы сумкаһы ла ниндәйҙер бер мөғжизә кеүек күренде. “Их, шул сумкалағы бөтә гәзит-журналдарҙы уҡып, ҡарап сыҡһаң икән” тигән уйҙар бер мине генә татлы уйҙарға һалмағандыр! Һуғыш ветераны Имаметдин бабай күптән яҡты донъяларҙа юҡ инде, уның ҡатыны, тыл ветераны Маһиҡәмәр инәй ҙә, ишетеүемсә, ошо көндәрҙә мәңгелек йортона күскән. Урындары йәннәттә булһын изге күңелле ауылдаштарымдың!
Хәҙерге хат ташыусыларҙы ла оло ҡунаҡтай көтөп алалармы икән?! Иманым камил, үҙен рухи аҙыҡтан мәхрүм итмәгәндәр – ваҡытлы матбуғаттан айырылмағандар өсөн уларҙың килеп китеүе оло байрамдай тойолалыр. Тәүәкән ауылы халҡы менән ваҡытлы матбуғатты тоташтырып тороусы күпер тип атар инек хат ташыусы Гөлназ һәм Руслан Ҡаразбаевтарҙы. Әйткәндәй, Руслан хәҙер икенсе ерҙә - Тәүәкән ауыл-табип амбулаторияһында эшләй, шулай ҙа ҡатынына гәзит-журналдарҙы алып ҡайтырға ла, таратырға ла, подписка эшендә лә ярҙам итә. Был күркәм пар тураһында тулыраҡ мәҡәләне гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Читайте нас: