Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
4 Декабрь 2020, 17:18

Был приз – минеке!

Гәзиткә яҙылыусылар араһында төп призды – быҙауҙы оторға теләүселәр күп. Квитанциялар ҙа байтаҡ ҡына килә, квитанция һалынған хатҡа беҙҙең гәзит уҡыусылар үҙҙәренең теләктәрен дә яҙып ебәрә. Матур-матур теләктәр яҙылған хаттарҙы алыу - беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Сәйетҡол ауылында йәшәүсе беҙҙең иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе Миңзәлә Сәйетбаталова үҙенең конвертын “районка”ла сыҡҡан быҙау һүрәте менән биҙәгән. Бәхет кемгә йылмайыр? Әлбиттә, иң даланлы гәзит уҡыусыға. Ә ул хоҡуҡты 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына йәки бер йылға “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести”гәзитенә яҙылыусы һәр кем ала ала. Шуға, дуҫтар, “районка”ға тиҙерәк яҙылып, квитанцияһын беҙгә килтерергә ашығығыҙ!

Гәзиткә яҙылыусылар араһында төп призды – быҙауҙы оторға теләүселәр күп. Квитанциялар ҙа байтаҡ ҡына килә, квитанция һалынған хатҡа беҙҙең гәзит уҡыусылар үҙҙәренең теләктәрен дә яҙып ебәрә. Матур-матур теләктәр яҙылған хаттарҙы алыу - беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс.
Сәйетҡол ауылында йәшәүсе беҙҙең иң әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙҙың береһе Миңзәлә Сәйетбаталова үҙенең конвертын “районка”ла сыҡҡан быҙау һүрәте менән биҙәгән. Бәхет кемгә йылмайыр? Әлбиттә, иң даланлы гәзит уҡыусыға. Ә ул хоҡуҡты 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына йәки бер йылға “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести”гәзитенә яҙылыусы һәр кем ала ала. Шуға, дуҫтар, “районка”ға тиҙерәк яҙылып, квитанцияһын беҙгә килтерергә ашығығыҙ!
Читайте нас: