Мораҙым
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
26 Ноябрь 2020, 18:30

Быҙау отҡоң килһә, гәзиткә яҙыл!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең менән бер түгел, ике шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға ашығабыҙ! Тәүгеһе – 3 декабрҙән 13 декабргә тиклем “Рәсәй почтаһы” ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса декада иғлан итә. Тимәк, ошо арауыҡта теләге булған һәр кем “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылып, байтаҡ аҡсаһын янда ҡалдыра ала.Икенсе яңылыҡ та һеҙҙе ҡыуандырмай ҡалмаҫ: гәзиткә яҙылыусылар өсөн бик шәп бүләк – быҙау әҙерләнек. Ул, әлбиттә, 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына йәки бер йылға яҙылыусылар араһында уйнатыласаҡ. Киләһе йыл – Үгеҙ йылы, электән килгән һынамыш буйынса, үгеҙ йылы һәр ваҡыт яҡшы килә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай була. Кем белә, бәлки мәғлүмәт үҙәгенең төп призы – быҙау нәҡ һеҙгә наисп булыр һәм йыл һеҙҙең өсөн тап шул ҙур ҡыуаныстан башланыр! Әйткәндәй, бүләктәр бик күп. Декабрь айында көнкүреш техникаһы, сертификаттар һәм башҡа бүләктәр уйнатасаҡбыҙ. Ятып ҡалғансы атып ҡал, тиҙәр. Ваҡыт аҙ ҡалып бара, ашығығыҙ, дуҫтар!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең менән бер түгел, ике шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға ашығабыҙ!
Тәүгеһе – 3 декабрҙән 13 декабргә тиклем “Рәсәй почтаһы” ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса декада иғлан итә. Тимәк, ошо арауыҡта теләге булған һәр кем “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылып, байтаҡ аҡсаһын янда ҡалдыра ала.
Икенсе яңылыҡ та һеҙҙе ҡыуандырмай ҡалмаҫ: гәзиткә яҙылыусылар өсөн бик шәп бүләк – быҙау әҙерләнек. Ул, әлбиттә, 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына йәки бер йылға яҙылыусылар араһында уйнатыласаҡ. Киләһе йыл – Үгеҙ йылы, электән килгән һынамыш буйынса, үгеҙ йылы һәр ваҡыт яҡшы килә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай була. Кем белә, бәлки мәғлүмәт үҙәгенең төп призы – быҙау нәҡ һеҙгә наисп булыр һәм йыл һеҙҙең өсөн тап шул ҙур ҡыуаныстан башланыр!
Әйткәндәй, бүләктәр бик күп. Декабрь айында көнкүреш техникаһы, сертификаттар һәм башҡа бүләктәр уйнатасаҡбыҙ.
Ятып ҡалғансы атып ҡал, тиҙәр. Ваҡыт аҙ ҡалып бара, ашығығыҙ, дуҫтар!
Читайте нас: