Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
6 Ноябрь 2020, 11:18

Бөтә коллектив менән – “районка”ға!

Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы яҙылыу кампанияһында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Быйыл да улар тулы состав менән “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести”гәзиттәренә яҙылды һәм башҡа коллективтарҙы ла ошо инициативаға ҡушылырға өндәй.- Йомағужа мәктәпкәсә белем биреү педагогтары һәр саҡ тәүгеләрҙән булып баҫмаларға яҙыла, - тип билдәләй Йомағужа почта бүлексәһе начальнигы Әлфиә Ғилманова.

Йомағужа ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы яҙылыу кампанияһында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Быйыл да улар тулы состав менән “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести”гәзиттәренә яҙылды һәм башҡа коллективтарҙы ла ошо инициативаға ҡушылырға өндәй.
- Йомағужа мәктәпкәсә белем биреү педагогтары һәр саҡ тәүгеләрҙән булып баҫмаларға яҙыла, - тип билдәләй Йомағужа почта бүлексәһе начальнигы Әлфиә Ғилманова.
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын Гөлназ Латипова етәкләй. Күп нәмә, шул иҫәптән гәзит-журналдарға яҙылыуҙы ойоштороу ҙа етәксенең үҙенән тора. Икенсенән, коллектив менән яҙылыу хеҙмәткәрҙәрҙең юғары рухи-әхлаҡи кимәле, урындағы баҫма менән бәйләнеш тотоу теләге барлығы тураһында һөйләй. Беҙҙең баҫмаға яҙылыусы тәрбиәселәр араһында үҙ һөнәренә оҙаҡ йылдар тоғро булған тәжрибәле педагогтар ҙа, перспективалы йәштәр ҙә бар.
- Район гәзиттәре – үҙебеҙҙеке бит, - ти Гөлназ Мөхәмәтвәли ҡыҙы. – Үҙенең районын хөрмәт иткән һәр ғаилә “районка”ға яҙылырға, яҡташтарының нисек йәшәүе, райондағы һуңғы ваҡиғалар, төрлө өлкәләрҙәге үҙгәрештәр тураһында хәбәрҙар булырға тейеш, тип уйлайым. Беҙ урындағы баҫмаларҙың һүҙенә ышанабыҙ, “районка”ла яҙылған мәғлүмәттең көнүҙәк һәм ышаныслы икәнен беләбеҙ. Коллективыма минең һүҙҙе йыҡмағандары өсөн рәхмәтлемен, ә башҡаларҙы район гәзиттәренә әүҙем яҙылырға саҡырам!
Читайте нас: