Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
2 Ноябрь 2020, 18:26

Тәүге бүләктәрҙе кемдәр отто?

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге йыл да “районка”ларға ярты йыллыҡҡа, йәки бер йылға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйната, был хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа яҡшы белә. Бына, ниһайәт, үткән аҙнала 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыусылар араһында тәүге бүләктәр уйнатылды.

Шулай итеп, беҙҙең гәзит бүләктәренә Бикбулаттан Сафия Сафина (өҫтәл лампаһы), Йомағужанан К.Хәлилов (фен), Яҡшембәттән Фирҙәүес Ҡолтаева (миксер) лайыҡ булды. “Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар араһында Йомағужанан З.Жигалова, Мораҡтан Розалия Аслаева һәм Елена Батраевалар ошондай уҡ бүләктәрҙе отто. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).
Ҡалғандарҙы иһә әүҙемерәк булырға саҡырабыҙ! Вәғәҙә иткәнебеҙсә, бүләктәр был юлы ла бик күп, бик шәп һәм һәр ғаилә өсөн бик кәрәк. “Районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылырға һәм тулы исем-фамилияғыҙ, адресығыҙ күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресына ебәрергә йәки алып килергә.
Читайте нас: