Һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ, “Рәсәй почтаһы” 1 октябрҙән 11 октябргә тиклем тиклем 2021 йылдың беренсе ярты йыллығына ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса ун көнлөк иғлан итә. Тимәк, ошо арала һәр кем гәзит-журналдарға, шул иҫәптән беҙҙең “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә ташлама менән яҙыла ала.
Гәзиттәргә бөтә почта бүлексәләрендә, шулай уҡ редакцияла: Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса яҙылырға була.
Хаҡтар түбәндәгесә (ярты йылға):
*почта аша – 947 һум 4 тин;
*льготалы категорияға ҡараған граждандарға – 871 һум 2 тин һум;
*корпоратив (район үҙәгендә урынлашҡан предприятие, ойошмалар өсөн) яҙылыу – 567 һум, редакциянан гәзитте үҙегеҙ килеп алған осраҡта ла ошо хаҡ буласаҡ.
Бергә булдыҡ, артабан да бергә ҡалайыҡ!