Мораҙым
+14 °С
Облачно
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
2 Сентября 2020, 11:31

Яратҡан эш - ярты бәхет

Матбуғат-20211 сентябрҙән киләһе ярты йылға матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро иғлан ителде."Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәренең ижади төркөмө эш сәфәре менән Күгәрсендә булды. Быйыл район үҙенең данлы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына, ә Мораҡ ауылы 250 йыллығын ҡаршылаясаҡ. Төйәктең уңған хеҙмәткәрҙәре, иҡтисад үҫешенә өлөш индергән эшҡыуарҙары, тыуған яғын һоҡланғыс матур, заманса итергә тырышҡан кешеләре менән киләсәктә гәзит биттәрендә таныштырырбыҙ. Әле баҫмабыҙҙы таратыуға үҙ өлөшөн индергән, матбуғат дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән Фәниә Ғәли ҡыҙы Мусина хаҡында йылы һүҙ әйтке килә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яратҡан эш – ярты бәхет
"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәрҙәренең ижади төркөмө эш сәфәре менән Күгәрсендә булды. Быйыл район үҙенең данлы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына, ә Мораҡ ауылы 250 йыллығын ҡаршылаясаҡ. Төйәктең уңған хеҙмәткәрҙәре, иҡтисад үҫешенә өлөш индергән эшҡыуарҙары, тыуған яғын һоҡланғыс матур, заманса итергә тырышҡан кешеләре менән киләсәктә гәзит биттәрендә таныштырырбыҙ. Әле баҫмабыҙҙы таратыуға үҙ өлөшөн индергән, матбуғат дуҫтары менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән Фәниә Ғәли ҡыҙы Мусина хаҡында йылы һүҙ әйтке килә.
Ул 22 йыл инде матбуғат таратыу, һәр өйгә гәзит-журналдарҙың, яңылыҡтарҙың килеүе өсөн тырыша. Әле Мәләүез почтамтының подписка бүлеге белгесе булып эшләп, Ейәнсура һәм Күгәрсен райондарын хеҙмәтләндерә, 32 элемтә бүлеге менән эш алып бара. ”Йыл һайын 150-гә яҡын предприятие, ойошма менән килешеү төҙөйөм. Йортона матбуғат баҫмалары алдырған һәр кемде яҡшы беләм. Киләһе йылға гәзит-журналға яҙылыу дауам итә, яңы дуҫтар, фекерҙәштәрҙең күберәк булыуына өмөтләнәм. Өйгә төрлө баҫмалар килеүе күңелле бит ул! - ти Фәниә Ғәли ҡыҙы. - Яратҡан эш - үҙе бәхет”.
Подписка эшен йыл да йәнләндерергә ынтылған хеҙмәт ветеранына “Башҡортостан” гәзите редакцияһының Рәхмәт хатын һәм бүләк тапшырып, уңған коллективҡа сәләмәтлек, арыу-талыуһыҙ хеҙмәт, яҡшы кәйеф теләнек.
Динә АРЫҪЛАНОВА.
Редакциянан:
Әйткәндәй, Фәниә Ғәли ҡыҙы “Мораҙым”дың да ныҡлы терәге. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда район гәзите һәр өйгә килһен өсөн үҙ яғынан әүҙем пропаганда эшен алып бара. Редакция хеҙмәткәрҙәре исеменән Фәниә Ғәли ҡыҙын ихлас ҡотлап, эшендә уңыштар теләйбеҙ! Бергә булдыҡ, бынан ары ла бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас