Гәзиткә яҙылмағандар, яҙылып та һаман квитанцияһын беҙгә килтереп еткермәгәндәр, ашығығыҙ! Ни өсөн тиһегеҙме, сөнки 14 июлдә “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре редакциялары төп бүләк – телевизор уйната. Барығыҙҙы ла әүҙемерәк булырға, ятып ҡалғансы атып ҡалырға саҡырабыҙ! Шарттар ябай: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылырға һәм тулы исем-фамилияғыҙ, адресығыҙ күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса хат аша ебәрергә, алып килергә йәки 8-927-327-3370 телефонына (ватцап) фотоға төшөрөп ебәрергә мөмкин.