Акцияла 1 100-ҙән артыҡ төрлө баҫма ҡатнаша. Араларында 300-ҙән ашыу федераль әһәмиәттәге гәзит-журнал, шулай уҡ республика баҫма киң мәғлүмәт саралары бар. Улар – ижтимағи-сәйәси, бизнес-гәзиттәр,ялтырауыҡлы журналдар, күңел асыу, һөнәри, тармаҡ һәм башҡа баҫмалар.
Бынан тыш, мәктәп-интернатта, балалар йортонда тәрбиәләнгән балаларға, ветерандарға, инвалидтарға, өлкән йәштәге күршеләргә йәки мохтаждарға яҙҙырырға була.