Гәзиткә яҙылмағандар, яҙылып та һаман квитанцияһын беҙгә килтереп еткермәгәндәр, ашығығыҙ! Ни өсөн тиһегеҙме, сөнки 30 июндә “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре редакциялары
шәп бүләктәр уйната. Был юлы үҙебеҙҙең әүҙем гәзит уҡыусылар араһында даими бағыусыларыбыҙ – ауыл хужалығы предприятиелары продукцияларын – бойҙай, арпа, шәкәр, көнбағыш майы уйнатасаҡбыҙ. Ваҡыт күп ҡалманы! Шәп, иң мөһиме - себеш-бәпкәләр үҫтергән, төрлө ҡайнатмалар әҙерләгән мәлдә беҙҙең бүләктәр һәр хужа-хужабикәгә ярап ҡалыр тип уйлайбыҙ, шулай бит!
Барығыҙҙы ла әүҙемерәк булырға, ятып ҡалғансы атып ҡалырға саҡырабыҙ! Шарттар ябай: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылырға һәм тулы исем-фамилияғыҙ, адресығыҙ күрһәтелгән квитанция күсермәһен редакцияға – Мораҡ ауылы, Ленин урамы, 49 адресы буйынса хат аша ебәрергә, алып килергә йәки 8-927-327-3370 телефонына фотоға төшөрөп ебәрергә мөмкин.