Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
18 Февраль 2020, 13:40

Өлкән йәштә лә ҡулдарынан гәзит төшмәй

Беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк нимә? Әлбиттә, гәзиттең һәр һанын көтөп алған уҡыусылар! Шөкөр, был йәһәттән зарланырлыҡ түгел, һәр ауылда “Мораҙым”ды үҙ иткәндәр етәрлек. Уларҙың барыһына ла оло рәхмәт! Уҡыусыларыбыҙ араһында өлкән йәшкә еткәс тә гәзиттән айырылмаған, һәр йәһәттән йәштәргә үрнәк булып торған апай-ағайҙар булыуы менән айырыуса ғорурланабыҙ. Сәлихов Өпөлхаҡ Абдулхаҡ улы менән Ғәфирә Сәйфулла ҡыҙы Сәлих ауылында ғүмер итә. Ғаилә башлығына 82 йәш булһа, Ғәфирә инәйгә – 80. Бер түгел, алты гәзит-журнал алдыра улар! Уларҙың ауылдаштары – 78 йәшлек Өмөгөлсөм Самат ҡыҙы менән 83 йәшлек Сәлимйән Шакир улы Ғәйепйәновтар ҙа “гәзитһеҙ – донъя һанһыҙ” тип иҫәпләй. Быйыл улар “Мораҙым”дан тыш, “Йәшлек” гәзитен, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Диләфрүз” журналдарын алдыра.

Хеҙмәтең кешегә файҙа килтерһә, ҡыҙыҡлы булһа, шул саҡта ғына күңелдә ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуа. Матбуғат өлкәһендә тир түгеүселәр алдарға бирмәҫ: гәзит сығарыу ҙа еңел эш түгел, уҡыусы ҡулына барып еткәнсе, һәр һанға, һәр мәҡәләгә күпме күҙ нуры, күңел йылыһы, күпме аҡыл көсө түгелә... “Көн һайын “инша” яҙып, баш ҡатырып ултырғансы, тегенсе йәки ашнаҡсы... һатыусы йәки һауынсы ғына булһамсы” тигән уйҙар ҙа юҡ-юҡта һәр журналистың башына бушҡа ғына инеп сыҡмайҙыр. Шулай ҙа хаҡлы ялдағы хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ, матбуғат ветераны Роберт ағай Собханғолов әйтмешләй, ауыр ҙа, мауыҡтырғыс та өлкә ул гәзит эше, бер килеп эләккәс, еңел генә ҡотолормон тимә.
Журналист өсөн иң ҙур бүләк нимә? Әлбиттә, гәзиттең һәр һанын көтөп алған уҡыусылар! Шөкөр, был йәһәттән зарланырлыҡ түгел, һәр ауылда “Мораҙым”ды үҙ иткәндәр етәрлек. Уларҙың барыһына ла оло рәхмәт!
Уҡыусыларыбыҙ араһында өлкән йәшкә еткәс тә гәзиттән айырылмаған, һәр йәһәттән йәштәргә үрнәк булып торған апай-ағайҙар булыуы менән айырыуса ғорурланабыҙ.
Сәлихов Өпөлхаҡ Абдулхаҡ улы менән Ғәфирә Сәйфулла ҡыҙы Сәлих ауылында ғүмер итә. Ғаилә башлығына 82 йәш булһа, Ғәфирә инәйгә – 80. Бер түгел, алты гәзит-журнал алдыра улар!
Уларҙың ауылдаштары – 78 йәшлек Өмөгөлсөм Самат ҡыҙы менән 83 йәшлек Сәлимйән Шакир улы Ғәйепйәновтар ҙа “гәзитһеҙ – донъя һанһыҙ” тип иҫәпләй. Быйыл улар “Мораҙым”дан тыш, “Йәшлек” гәзитен, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар”, “Диләфрүз” журналдарын алдыра.
Читайте нас: