Йыл аҙағы күптәр өсөн мәшәҡәтле осор булды. Шуға ла арағыҙҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып өлгөрмәгәндәр ҙә барҙыр. Әммә ҡалған эшкә ҡар яуа, тиҙәр, шуға ла оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына был эште атҡарып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ваҡыт та аҙ ҡалып бара: гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы әлегә 15 ғинуарға тиклем оҙайтылды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “районка”ларға тулы бер йылға ла яҙылырға мөмкин. Был осраҡта яҙылыу хаҡы ярты йыллыҡҡа ҡарағанда осһоҙораҡҡа төшәсәк.
Һеҙҙең менән күп йыллыҡ дуҫлығыбыҙ артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ.