Мораҙым
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МАТБУҒАТҠА ЯҘЫЛЫУ
2 Ғинуар 2020, 13:20

Йылдың иң шәп бүләктәре кемдәргә насип булды?

Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге уҙып барған яҙылыу кампанияһы барышында гәзит уҡыусылар араһында төрлө акциялар үткәрҙе, приздар уйнатты. Быйылғы бүләк отоштар араһында иң шәбе һәм күптәрҙең иң көтөп алғаны, әлбиттә, Яңы йыл алдынан үткәрелгән бүләктәр уйнатыу булғандыр, моғайын.

30 декабрҙә редакция хеҙмәткәрҙәре, беҙҙең гәзит уҡыусыларҙың иң әүҙемдәре йылды йомғаҡлаусы бүләктәр уйнатыу сараһына йыйылды. Был юлы “Мораҙым” гәзитен алдырған 239, “Кугарчинские вести”ны уҡыған 429 кешенең квитанцияһы ҡатнашты. Бына, ниһайәт, күптәр түҙемһеҙләнеп көткән ваҡыт та етте. Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге директоры (баш мөхәррире) Альбина Ладыженко йыйылыусыларҙы уйын шарттары менән таныштырғас, сарала ҡатнашырға килгән гәзит уҡыусылар лототрондан бәхетле һандарҙы тартып та сығарҙылар. Һүҙҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай ғына, еңеүселәрҙең исемдәрен атайбыҙ: шулай итеп, “Мораҙым” гәзитен алдырыусылар араһында миксерҙы Үрге Мөрсәләйҙән Азамат Ҡотлогилдин, фенды Мораҡтан Фәүринә Исхаҡова, сәйгүнде Мораҡтан Зәйнулла Тажетдинов, үтекте Мораҡтан Гөлкәй Аллабирҙина, кофеварканы Һарытау утарынан Вилдар Сәлихов, блендерҙы Хоҙайбирҙиндан Рәхилә Кинйәбаева һәм төп бүләк – электр ит турағысын Яңауылдан Таңһылыу Байрамғәлина отто.
Беҙ йылдың иң шәп бүләктәрен отоусыларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер, ИНН алып килергә).
Розалия ИСҠУЖИНА.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА фотоһы.
Читайте нас: