“Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәре редакциялары 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына район баҫмаларына яҙҙырыу буйыса юғары һөҙөмтәләр күрһәткән хат ташыусылар араһында конкурс иғлан итте.
Конкурстың маҡсаты: үҙ эшенә намыҫ һәм яуаплылыҡ менән ҡараған әүҙем почтальондарҙы асыҡлау, дәртләндереү, гәзиттәрҙе пропагандалау, тираждарҙы арттырыу.
Бәйгегә декабрь аҙағында йомғаҡ яһала. Еңеүселәргә Мораҡ ауылы магазинына 1000 һумлыҡ сертификат тапшырыласаҡ.